-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
1 Декабрь 2025, 16:10

Яҙыл да бүләк от!

Гәзитебеҙ тәүге ярты йыллыҡта ойошторған «Яҙыл да бүләк от!» уйынында төп призды Өфөләге 303-сө балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Алтынай Ғәзизова отҡайны. Улар «Йәншишмә»не генә түгел, ғаиләләре менән башҡа гәзит-журналдарҙы ла алдыра икән.

Яҙыл да бүләк от!
Яҙыл да бүләк от!
Алтынай бәләкәйерәк әле. Шулай ҙа әсәһе Фирҙәүес Фәһим ҡыҙы уны «Аҡбуҙат» журналы, «Йәншишмә» гәзите менән таныштырып өлгөргән. Матур-матур һүрәттәрҙе, ҡыҙыҡлы әкиәттәрҙе бергәләп ҡарап, уҡып сығалар.
«Йәншишмә»гә яҙылғас, «Яҙыл да бүләк от!» уйынында ла ҡатнашырға булалар. Даланлы икән үҙҙәре! Улар төп призды отто! Шулай уйламағанда гәзитле лә, бүләкле лә булдылар.
Әйткәндәй, Айнур бала саҡтан үҙе лә гәзит менән менән дуҫ булды. Һеңлеһенә башҡорт теленең нескәлектәрен яҡшылап өйрәтә. Белгород өлкәһендә ил сигендә хеҙмәт итеп ҡайтып, әле 160-сы лицейҙа балаларға белем бирә.
Бына шундай өлгөлө, телебеҙ киләсәген уйлаған, үҙебеҙҙең баҫмаларҙы уҡыған ғаиләгә ҙур бүләк эләгеүе өсөн беҙ ҙә шатбыҙ.

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең дә бүләк отҡоғоҙ киләме? Әйҙәгеҙ, «Йәншишмә» яҙылайыҡ та «Яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡатнашайыҡ. Бәлки, был юлы бәхет һеҙгә йылмайыр.


Зөһрә ХӘКИМОВА.
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас