+17 °С
Облачно
VKOKTelegram

Велосипед Өфөлә ҡалды!

Бына, ниһайәт, бөтәгеҙ ҙә түҙемһеҙлек менән көткән «Йәншишмә» гәзитенә яҙылыусылар араһында ойошторолған «Яҙыл да бүләк от!» уйынына йомғаҡ яһалды. 

Велосипед Өфөлә ҡалды!Велосипед Өфөлә ҡалды!
Велосипед Өфөлә ҡалды!

Кемдәр беҙгә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылып, квитанция күсермәләрен ебәрҙе, улар уйында ҡатнашты. Әлбиттә, былтырғы йәйге уйын менән сағыштырғанда, әле гәзиткә яҙылыусыларҙың күбеһе ҡатнашманы, буғай. Беҙгә хаттар аҙыраҡ килде. Ә бүләктәр шәп! Смартфонға аккумулятор, портатив колонкалар, сымһыҙ ҡолаҡсындар, өҫтәл лампаһы һәм төп бүләк – 18 тиҙлекле велосипед!

Еңеүселәрҙе билдәләр өсөн Өфөләге Фатима Мос­тафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыу­сыларын саҡырҙыҡ. Апалы-ҡустылы Яҡуповтар әсәләре Айгөл Иршат ҡыҙы менән килгәйне. Йәсмин – VII «В», ә Марсель III «В» синыфына уҡырға барасаҡ.
Бына иң тулҡынландырғыс мәл етте. Хәҙер еңеүселәрҙе беләсәкбеҙ!
Беренсе портатив колонка – Белорет ҡалаһындағы 25-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Ғәзинур СЫҢҒЫҘОВҡа (Учалылағы олатаһы Рәсих Фазлетдинов ейәненә гәзит бүләк иткән), икенсеһе Нуриман районы Иҫке Күл мәктәбенең VI cиныф уҡыусыһы Тимур КИН­ЙӘҒОЛОВҡа эләкте. Смартфонға аккумулятор – Әб­йәлил районы Асҡарҙағы 1-се мәктәптең II cиныф уҡыу­сыһы Наил ЙӘНБИРҘИН­ға, сымһыҙ ҡолаҡсындар Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының X си­ныф уҡыу­сыһы, Шамонинда йәшәүсе Айгөл ХУЖӘХМӘТОВАға һәм баш ҡалалағы иҡтисадты тәрәнәйтеп өйрәнеүсе 101-се мәктәптең IV си­ныф уҡыусыһы Айнара ХИСМӘТУЛЛИНАға (өләсәһе Сәүиә Солтанова баҫмаға яҙылған) сыҡты. Өҫтәл лампаһы иһә еңеүселәрҙе билдәләргә килеүсе ЯҠУПОВТАР өлөшөнә төштө. Улар ҙа күптән яҙылып, түҙемһеҙлек менән уйынды көткән икән.
Ә төп приз – 18 тиҙлекле велосипед кемгә эләкте, тиһегеҙме? Уны Өфөләге Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһының IX синыф уҡыусыһы Айгөл ХИСАМЕТДИНОВА отто!
Төп бүләккә эйә булған Айгөл гимназияла тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Беҙҙең гәзиттә мәҡәләләре лә баҫылып тора. Өс балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән Айгөл – ата-әсәһенең уң ҡулы. Бар яҡтан да өлгөлө ҡыҙҙың хыялы тормошҡа ашты. Гәзиткә яҙылғас, әсәһенә: «Уйында велосипед минеке булһа ине!» — тигән. Ныҡ теләгән хыял ҡабул була, тиҙәр. Шунан, мөғжизә юҡ, тип әйтеп ҡара! Бар ул! Ышанығыҙ, хыялланығыҙ һәм «Йәншишмә»гә яҙылығыҙ!
Ҡотлайбыҙ бүләк отоусыларҙы! Артабан да гәзитебеҙ ойошторған бәйгеләрҙә, уйындарҙа ҡатнашып тороғоҙ. Бергә булайыҡ, дуҫтар!



Зөһрә ХӘКИМОВА, хаттар бүлеге хәбәрсеһе.

Велосипед Өфөлә ҡалды!
Велосипед Өфөлә ҡалды!
Велосипед Өфөлә ҡалды!
Велосипед Өфөлә ҡалды!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас