+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ильяс “Йәншишмә”ле булды!

Ҡәҙерле дуҫтар! Әле 14 апрелгә тиклем республикала донъя күргән барлыҡ гәзит-журналдарға ла ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө дауам итә. Был акция ваҡытында “Йәншишмә”гә күпкә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡала алаһығыҙ! Шулай уҡ беҙҙә “Йәншишмә” - бүләк” изгелек кәштәһе" акцияһы ла дауам итә.  

Ильяс  “Йәншишмә”ле булды!
Ильяс “Йәншишмә”ле булды!

Әйҙәгеҙ, изге Рамаҙан айында балаларға гәзит-бүләк яҙҙырттып, уларҙы рухи аҙыҡлы итәйек. Бала-сағаны ҡыуандырып, үҙебеҙгә сауап алайыҡ, дуҫтар!

Миәкә районынан  тоғро дуҫыбыҙ (исемен яҙмауҙы үтенде) биш балалы ғаиләгә бүләк-гәзит яҙҙыртты. Әбйәлил районының Ташбулат ауылында йәшәүсе Ильяс Камалов “Йәншишмә”ле булды!

Изгелек ҡылыусы ханымға һаулыҡ, бәхет һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!

Ильяс  “Йәншишмә”ле булды!
Ильяс “Йәншишмә”ле булды!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: