+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Наҙгөлгә гәзит-бүләк

«Йәншишмә»-бүләк» изгелек кәштәһе» акцияһы  дауам итә.   Шөкөр,  тағы ҡыуаныслы хәбәр алдыҡ.

Салауат районы Янғантау  мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Ишморат ҡыҙы Ишбулдина үҙҙәрендә уҡыған VI «А» синыфы уҡыусыһы Наҙгөл Фәтиховаға гәзит-бүләк яҙҙыртҡан.

— Наҙгөл — иманлы, мөләйем, изгелекле ҡыҙ. Ғаиләләрендә биш бала тәрбиәләнә. Ул әсәһенә бәләкәй туғандарын ҡарарға, өй эштәрендә лә ярҙам итә. Әҙәби китаптар уҡырға ярата, бәләкәй туғандарына әкиәттәр һөйләй.

Ата-әсәһе иманлы булғас, өлкән апаһы Элина менән ураҙа тоталар. Уларға гәзит ураҙа айы бүләге булһын, — ти Әлиә Ишморат ҡыҙы.

Афарин, Әлиә Ишморат ҡыҙы! Изге Рамаҙан айында эшләгән изгелегеҙ үҙегеҙгә йөҙләтә артып ҡайтһын!

Рәхмәт һеҙгә, һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: