+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Гәзит-бүләк – балалар йортона

Беҙҙәге «Йәншишмә» — бүләк» изгелек кәштәһе» акцияһы  дауам итә. Был донъяла изгелек ҡылыусылар күп, шөкөр!

Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, Илеш районының мәғариф мәғлүмәт-методика бүлеге етәксеһе Зинфира Саный ҡыҙы Минһажева гәзит-бүләк яҙҙыртты. Тиҙҙән Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йортондағы кескәйҙәр гәзит уҡыясаҡ. Бик хуп!

Рәхмәт, Зинфира Саный ҡыҙы! Изге Рамаҙан айында эшләгән изгелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә артып ҡайтһын!

Һеҙгә һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас