+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын

Тоғро дуҫыбыҙ, Баймаҡ районы Кәрешкә мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Яңылбикә Рауил ҡыҙы Вәлишина ла гел беҙ ойошторған төрлө акцияларҙа ҡатнаша. Был юлы ла ике балаға гәзит-бүләк эшләп ҡыуандырҙы.

Ошондай изге, ихлас һәм йомарт дуҫтарың булыуы — үҙе бер бәхет инде! Хоҙай, һаулыҡтан айырмаһын, эшегеҙ уң, эргә-тирәгеҙҙә гел изге кешеләр булһын, Яңылбикә Рауил ҡыҙы!

Ә гәзитте алыусы ике бала ла — яҡташтары. Күп балалы ғаиләнән. V синыф уҡыусыһы Арыҫлан Ҡасҡынов Алғаҙы ауылынан булһа, шулай уҡ V синыф уҡыусыһы  Хәсән Иҫәнбаев Һаҡмар ауылыныҡы икән.

Әйҙәгеҙ, хөрмәтле олатай-өләсәйҙәр, атай-әсәйҙәр, ҡәҙерле милләттәштәр, балаларға «Йәншишмә» гәзитенә алдағы ярты йыллыҡҡа подписка бүләк итәйек!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: