-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Изгелегегеҙҙең сауабын күрегеҙ!

Гәзитебеҙҙең сайтында һәм "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөбеҙҙә "Йәншишмә" - бүләк" изгелек кәштәһе" акцияһы дауам итә. Сираттағы изгелек ҡылыусы, Өфө ҡалаһындағы 42-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Мөхәмәтйәр ҡыҙы Фәйзуллина бер туғандар Рәфилә һәм Фәнүр Астановтарға гәзит-бүләк яҙҙыртты.

Изгелегегеҙҙең сауабын күрегеҙ!
Изгелегегеҙҙең сауабын күрегеҙ!

Улар Учалы районының Оҙонгүл ауылында йәшәй. Тиҙҙән ҡыуана-ҡыуана гәзит уҡыясаҡтар инде. Шәп бүләк!

Рәхмәт, Лилиә Мөхәмәтйәр ҡыҙы! Рамаҙан айында эшләгән изгелегегеҙҙең сауабын күрегеҙ!

Йә, тағы ла кемдәр ҡушылыр акциябыҙға? Әйҙәгеҙ, хөрмәтле олатай-өләсәйҙәр, атай-әсәйҙәр, ҡәҙерле милләттәштәр, балаларға “Йәншишмә” гәзитенә алдағы ярты йыллыҡҡа подписка бүләк итәйек!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: