+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусынан – «Йәншишмә» гәзите

«Йәншишмә» — бүләк» изгелек кәштәһе» акцияһы  дауам итә.Уға  Баймаҡ районы Аҡморон мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Фәйрүзә Хөрмәт ҡыҙы Азаматова ла ҡушылды.Ул уҡыусыһына гәзит-бүләк яҙҙыртты.

Тиҙҙән «Йәншишмә» гәзитен IV синыф уҡыусыһы Тимур Әхмәтов һеңлеһе менән уҡыясаҡ. Вәт, шәп бүләк  — уҡытыусыһынан! Тимур үҙе лә яҡшы уҡыусы бит ул, гел «бишле» һәм «дүртле» билдәләренә генә өлгәшә.

Рәхмәт, Фәйрүзә Хөрмәт ҡыҙы! Һеҙ маҡтауға лайыҡ, балаларҙа гәзиткә һөйөү, телһөйәрлек һәм илһөйәрлек тәрбиәләйһегеҙ! Һеҙгә һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: