+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һеҙ – күптәргә өлгө!

Гәзитебеҙҙең сайтында һәм «Бәйләнештә”социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә  «Йәншишмә»-бүләк» изгелек кәштәһе» акцияһы дауам итә.

Һеҙ – күптәргә өлгө!
Һеҙ – күптәргә өлгө!

Сираттағы изгелек ҡылыусы Баймаҡ районы Аҡморон ауылынан Гөлсәсәк Мөхәмәт ҡыҙы Фәйзуллина. Ул әле хаҡлы ялда, ә быға тиклем ошо уҡ ауыл мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән.

Беҙ ойошторған изгелек акцияһына ихлас ҡушылып, мәктәптең II синыф уҡыусыһы Розалиә Үҙәнбаевға гәзит-бүләк яҙҙырҙы. Афарин!

Тиҙҙән Розалиәгә «Йәншишмә» килә башлаһа, ҡыуана-ҡыуана  уҡый инде. Бик матур күренеш!

Рәхмәт, Гөлсәсәк Мөхәмәт ҡыҙы! Һеҙ — күптәргә өлгө! Һеҙгә һаулыҡ теләйбеҙ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: