+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Гәзит-бүләк Зариповтар ғаиләһенә юллана

Беҙҙәге “Йәншишмә” - бүләк” изгелек кәштәһе” акцияһы  дауам итә. Аллаға шөкөр, ҡыуаныслы хәбәрҙәр килеп кенә тора. Сираттағы изгелек ҡылыусы, гәзитебеҙҙең элекке йәш хәбәрсеһе, “Юлдаш” радиоһы хәбәрсеһе Сәриә  Рәйес ҡыҙы Рамаҙанова күп  балалы ғаиләгә гәзит яҙҙырҙы.

Әлеге гәзит-бүләк Әбйәлил районы Красная Башкирия совхозында йәшәгән 4 бала тәрбиәләүсе, өлгөлө һәм тырыш Динә һәм Азамат Зариповтар ғаиләһенә юллана. Өлкән ҡыҙҙары Айһылыу IX синыфта белем алһа, Айсыуаҡ VI синыфта уҡый. Ә бына 6 йәшлек Айназ  көрәш менән шөғөлләнә. Афариндар! Тиҙҙән шәп гәзит-бүләк тә килә башлар. 

Рәхмәт,  Сәриә  Рәйес ҡыҙы! Изгелегегеҙ меңләтә үҙегеҙгә ҡайтһын. Уңыштар һеҙгә теләйбеҙ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: