+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Изгелектең иртәһе-кисе юҡ

Сайтыбыҙҙа һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә “Йәншишмә”-бүләк изгелек кәштәһе” акцияһын башлайбыҙ, дуҫтар.  Был изге йолабыҙға теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. 

Акциябыҙға иң беренселәрҙән булып беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, Көйөргәҙе районы  Рәшит Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Флүр ҡыҙы Әҙеһәмова ҡушылды. Ул үҙенең белем усағындағы шайморатовсылар синыфына гәзит-бүләк эшләне.

Рәхмәт, Гөлназ Флүр ҡыҙы, һеҙгә һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ.

Изгелектең иртәһе-кисе юҡ
Изгелектең иртәһе-кисе юҡ
Изгелектең иртәһе-кисе юҡ
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас