

Бөгөн дә ҡыуаныслы хәбәр алдыҡ, шөкөр! Беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, элекке йәш хәбәрсебеҙ, Башҡортостан Республикаһы Башлығының өлкән референты Алмас Рауил улы Шаммасов ике дана гәзит-бүләк эшләне. Береһен – үҙенең туған мәктәбенә, икенсеһен Баймаҡ районы Ишмырҙа мәктәбенең II синыф уҡыусыһы Зөлхизә Теләүсинаға яҙҙырҙы.
Алмас Рауил улы, һеҙгә һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!