+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Ҙур рәхмәт, Фирүзә Әхмәҙулла ҡыҙы!

Гәзитебеҙҙең сайтында һәм “Бәйләнештә” социаль  селтәрендәге төркөмөбөҙҙә “Йәншишмә” – бүләк" изгелек кәштәһе” акцияһы дауам итә. Был изге эштә теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.

Аллаға шөкөр, көн дә тиерлек акцияға ҡушылыусыларҙан ҡыуаныслы хәбәрҙәр килеп тора. Беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, Хәйбулла ҡыҙы, Өфөләге 108-се мәптәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирүзә Әхмәҙулла ҡыҙы Иштәкбаева үҙҙәрендәге IV cиныф уҡыусыһы Русалина Ситдиҡоваға гәзит-бүләк эшләгән.  Бик хуп!

Фирүзә Әхмәҙулла  ҡыҙы, һеҙгә һаулыҡ һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.  Гел шулай ихлас,изге күңелле һәм йомарт булып ҡалығыҙ!

Ҙур рәхмәт, Фирүзә Әхмәҙулла  ҡыҙы!
Ҙур рәхмәт, Фирүзә Әхмәҙулла ҡыҙы!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас