+29 °С
Ясно
VKOKTelegram

Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын!

Гәзитебеҙҙең сайтында һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә “Йәншишмә”- бүләк” изгелек кәштәһе” акцияһы дауам итә. Унда ҡатнашыу өсөн 2023 йылдың тәүге яртыһына “Йәншишмә” гәзитенә яҙылып, балаларға бүләк итергә кәрәк.

Дуҫтарыбыҙ изгелек акцияһына ҡушыла, шөкөр. Хәйбулла районының Вәзәм (Бәләкәй Арыҫланғол) ауылынан Мөнирә Зәкәриә ҡыҙы КҮСКИЛДИНА   I синыфта уҡыған Данир Күскилдинға “Йәншишмә” не яҙҙырып, Яңы йыл бүләге эшләне.

Ҙур рәхмәт, Мөнирә Зәкәриә ҡыҙы! Һеҙгә һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Йә, тағы ла кемдәр ҡушылыр акциябыҙға? Әйҙәгеҙ, хөрмәтле олатай-өләсәйҙәр, атай-әсәйҙәр, ҡәҙерле милләттәштәр, балаларыбыҙға алдағы ярты йыллыҡҡа подписка бүләк итәйек!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас