+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Рәхмәт һеҙгә, Фәнил Шәмсетдин улы!

Гәзитебеҙҙең сайтында һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә “Йәншишмә”- бүләк” изгелек кәштәһе” акцияһына ҡушылыусылар артҡандан арта ғына. Унда ҡатнашыу өсөн 2023 йылдың тәүге яртыһына “Йәншишмә” гәзитенә яҙылып, балаларға бүләк итергә кәрәк.

Телерадиожурналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев  үҙенең кескәй ауылдаштары, йәғни Ҡырмыҫҡалы районының  Малай ауылы мәктәбе уҡыусылары менән бәйләнеште өҙмәй. Уларға төрлө баҫмалар яҙҙыра. Бына тағы ҡасандыр үҙе уҡыған белем усағына “Йәншишмә” гәзитен бүләк итте.

Ҙур рәхмәт, Фәнил Шәмсетдин улы! Эшләгән изгелелегеҙ үҙегеҙгә меңләтә артып ҡайтһын!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас