

Береһе – ейәне, Аҡморон мәктәбенең IV cиныф уҡыусыһы Ирхан Таһировҡа булһа, икенсеһе - ейәнсәре, Баймаҡтағы интернат-лицейҙың V синыфында белем алған Алтынай Таһироваға.Икеһенә лә “Йәншишмә” гәзитен яҙҙырған.
– Балалар рәхәтләнеп өйҙә лә, ә ейәнсәрем интернатта ла синыфташтары менән бергәләп “Йәншишмә”не уҡып, бар яҡтан да өлгөлө, белемле, ҡыйыу, рухлы булып үҫһендәр, – ти Фәүзиә Хәкимйән ҡыҙы.
Бик матур күренеш! Һеҙҙең кеүек изге күңелле, хәстәрлекле өләсәйҙәр күберәк булһын ине.
Ҙур рәхмәт һеҙгә, Фәүзиә Хәкимйән ҡыҙы! Һеҙгә һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.