+10 °С
Облачно
VKOKTelegram

Ҙур рәхмәт, Илшат Мөхәмәт улы!

Гәзитебеҙҙең сайтында һәм “Бәйләнештә” социаль  селтәрендәге төркөмөбөҙҙә “Йәншишмә” – бүләк изгелек кәштәһе” акцияһы дауам итә. Был изге йолабыҙға теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Аллаға шөкөр, көндән-көн акцияға ҡушылыусыларҙан хәбәр алабыҙ.

Бөрйән районының Ҡолғана ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Мөхәмәт улы Ҡулбирҙин үҙҙәрендәге белем усағының VI cиныф уҡыусыһы Гөлйөҙөм Рәхмәтуллинаға 2023 йылдың тәүге яртыһына “Йәншишмә”не яҙҙырып, гәзиттең квитанцияһын бүләк иткән. Бик шатлыҡлы күренеш!

 Шундай өлгөлө етәкселәр күберәк булһын  ине. Рәхмәт, Илшат Мөхәмәт улы! Һеҙгә еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар һәм һаулыҡ  теләйбеҙ.

Ҙур рәхмәт, Илшат Мөхәмәт улы!
Ҙур рәхмәт, Илшат Мөхәмәт улы!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас