+19 °С
Облачно
VKOKTelegram

Екатеринбургтан – Яңы йыл бүләге

“Йәншишмә”- бүләк” изгелек кәштәһе” акцияһына Екатеринбуг ҡалаһынан Рәйлә Ғүмәр ҡыҙы Базикова ла ҡушылды.

– Мин ситтә йәшәһәм дә, үҙемдең башҡорт икәнлегемде, телемде, халҡымды онотмайым. Беҙ берҙәм булырға тейешбеҙ. Башҡорт балалары башҡорт телендә сыҡҡан “Йәншишмә” гәзитен уҡып үҫеүҙәрен теләйем, – ти ул.

Рәйсә Ғүмәр ҡыҙы Хәйбулла районы Әбеш мәктәбе уҡыусыһы Гөлфиә Суринаға гәзит-бүләк эшләне. Ҙур рәхмәт!

Акциябыҙ дауам итә. Әйҙәгеҙ, балаларыбыҙға  “Йәншишмә”не яҙҙырып, Яңы йыл бүләге эшләйек, ҡәҙерле милләттәштәр!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас