

Балалар тормошо менән ҡыҙыҡһынып, уларҙың киләсәген ҡайғыртыусы, илем, телем, тип янып йөрөүсе хаҡлы ялдағы Рәмил Миңлебай улы Рахманғолов 2 дана балаларға гәзит-бүләк эшләгән. Кемдәргә, тиһегеҙме? Мәктәптәге иң уңған, иң тырыш һәм яҡшы уҡыусылар Радмир Кинйәғолов менән Йәсминә Итбаеваға. Шәп бүләк!
Уҡыусыларға "Йәншишмә" бүләк иткән Рәмил Миңлебай улына һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Гел шулай изге күңелле һәм йомарт булып ҡалығыҙ!