+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Рузалия Әхмәҙей ҡыҙынан – ике уҡыусыға гәзит- бүләк!

Беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рузалия Әхмәҙей ҡыҙы Айҙарова ике уҡыусыға гәзит-бүләк эшләгән.

Бүләкте шатланып ҡабул итеүсенең береһе  Самира Уразбахтина булһа, икенсеһе – Рәсимә Фәйзуллина. Улар икеһе лә Яҡшымбәт мәктәбендә уҡый. Эйе, был донъяла шундай көтөлмәгән серле бүләктәр була ул. Уҡытыусылары Самира менән Рәсимәгә сюрприз яһаны.

Балаларға шундай матур бүләк әҙерләгән беҙҙең әүҙем дуҫыбыҙ Рузалия Әхмәҙей ҡыҙына ла көтөлмәгән ҡыуаныстар, уңыштар теләйбеҙ. Әлдә ошондай дуҫтарыбыҙ бар! Рәхмәт һеҙгә, Рузалия Әхмәҙей ҡыҙы!

Рузалия Әхмәҙей ҡыҙынан – ике уҡыусыға гәзит- бүләк!
Рузалия Әхмәҙей ҡыҙынан – ике уҡыусыға гәзит- бүләк!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас