

Яҙҙырған “Йәншишмә” гәзитенең 2 данаһын – үҙе эшләгән белем усағына, берәүһен – туған мәктәбенә һәм дүртенсеһен Баймаҡтағы интернат-лицейҙың V “Б” синыфы уҡыусыһы Әҙилә Илбуловаға бүләк итте. Ҙур рәхмәт!
Яңы йыл алдынан бик шәп бүләк бит! Әйҙә “Йәншишмә”беҙҙе балалар ҡыуана-ҡыуана уҡыһын!
Акциябыҙ дауам итә. Кемдәр тағы балаларҙы көтөлмәгән бүләк-гәзит менән ҡыуандырыр икән?