

– Башҡорт телендә үҙҙәре өсөн сыҡҡан берҙән-бер “Йәншишмә” гәзитен уҡып, балаларҙың артабан уның менән дуҫлашып китеүҙәрен теләйем, – ти ул.
Эйе шул. Беҙҙең гәзит – ижадҡәр шәхес үҫтереү майҙаны бит ул. "Йәншишмә"не уҡығандар бар яҡтан да өлгөлө булып үҫә.
Миңзәлә Әҙеһәм ҡыҙы, һеҙгә уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ. Гел шулай изге күңелле һәм йомарт булығыҙ, йәме!