

Гөлнур Ҡотдус ҡыҙы Аҡһарова – ошо уҡ белем усағы уҡыусыһы Эльвина Бикмаеваға, ә география һәм тарих уҡытыусыһы Зилә Дамир ҡыҙы Түләкова күп балалы ғаиләләге Илина Рахманғоловаға гәзит-бүләк эшләгән.
Бик хуп! Яңы йыл алдынан һәр беребеҙ көтөлмәгән бүләк көтә шул. Әйҙә, балалар ҡыуанып гәзит уҡыһындар. Рәхмәт һеҙгә, беҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙ! Һеҙгә тик изге теләктә ҡалабыҙ!
Акциябыҙ декабрь айы бөткәнсе дауам итә, дуҫтар! Әйҙәгеҙ, ҡушылығыҙ беҙҙең изге эшкә!