-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Элекке йәш хәбәрсебеҙҙән – гәзит-бүләк!

Гәзитебеҙҙең сайтында һәм “Бәйләнештә” социаль  селтәрендәге төркөмөбөҙҙә “Йәншишмә” – бүләк изгелек кәштәһе” акцияһы дауам итә. Был изге эшкә теләге булған һәр кем ҡушыла ала.

Беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, элекке йәш хәбәрсебеҙ, Өфө ҡалаһының 108-се мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Раил ҡыҙы Фазлетдинова-Мәүлитова Учалы районы Мәҫкәү  мәктәбе уҡыусыларына  2023 йылдың тәүге яртыһына “Йәншишмә”не яҙҙырып, гәзиттең квитанцияһын бүләк иткән. Бик шатлыҡлы күренеш!

Ҙур рәхмәт, Лилиә Раил ҡыҙы! Һеҙгә һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: