+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Рәхмәт һеҙгә, Гөлназ Әнүәр ҡыҙы!

 “Йәншишмә” – бүләк изгелек кәштәһе” акцияһы дауам итә. Был изге йолабыҙға теләге булған һәр кем ҡушыла ала.

Беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, Хәйбулла районы Татырүҙәк мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Әнүәр ҡыҙы Назарова ҡыуаныслы хәбәрен еткерҙе. Ул  2  дана бүләк-гәзит эшләгән. Был шәп бүләк үҙҙәренең белем усағының VIII синыф уҡыусылары Ләйлә Мортаева менән Алтынай Айҙашеваға эләккән. Улай ғына түгел, линейкала мәктәптең директоры Риф Мәжит улы Баймырҙин тантаналы итеп тапшырған. Вәт, иҫтәлекле ваҡиға булған.

Был ҡыҙҙар икеһе лә  башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән үткән төбәк-ара олимпиаданың этабында  призёр булған. Икеһе лә синыфтан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Гәзиттә лә мәҡәләләре баҫылып сыҡҡаны бар.

 Ләйлә Мортаева республикала үткән "Асыш" фәнни-ғәмәли конференцияһында  II урын  яулаған. Районда һәләтле балалар өсөн эшләп килгән "Йәйләү" лагерында ике йыл рәттән башҡорт теле һәм  әҙәбиәте, мәҙәниәте серҙәрен асыуҙа ихлас ҡатнаша икән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: