-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яҡташтарына – Яңы йыл бүләге

Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһының баш режиссёры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы, Кинорежиссёрҙар гильдияһы ағзаһы, "ТЭФИ-төбәк" милли телевизион премияһы лауреаты Вилүрә Иҫәндәүләтова ла беҙҙең “Йәншишмә”- бүләк” изгелек кәштәһе” акцияһына ҡушылды.

Яҡташтарына – Яңы йыл бүләге
Яҡташтарына – Яңы йыл бүләге

Ул үҙенең  туған мәктәбенең китапханаһына – бер дана, ә икенсеһен бер туған ағалы–һеңлеле Әхмәтовтарға гәзит-бүләк эшләне. Тимур IV cиныфта уҡыһа, ә Луиза – II синыф уҡыусыһы. Икеһе лә китап уҡырға яраталар. Әсәләре мәктәптә эшләгәс, уны көткән саҡтарында гел китап уҡып ултыралар икән. Ҡалай маладистар! Бына яҡташ апайҙары Яңы йыл алдынан бик матур бүләк эшләгәс, тағы ла ныҡ ҡыуанырҙар инде.

Ҙур рәхмәт һеҙгә, Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы! Ҡылған изгелегегеҙ меңләтә сауап булып ҡайтһын!

Акциябыҙ дауам итә. Кемдәр тағы балаларҙы көтөлмәгән бүләк-гәзит менән ҡыуандырыр?!

 

Фото: Рафаэль Сарваев.

Яҡташтарына – Яңы йыл бүләге
Яҡташтарына – Яңы йыл бүләге
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: