-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Үҙебеҙҙең йәш хәбәрсе бит ул!

Йәнә ҡыуаныслы хәбәр алдыҡ. Гәзитебеҙҙең элекке йәш хәбәрсеһе, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Ҡаһарманов «Йәншишмә» – бүләк» изгелек кәштәһе» акцияһына ҡушылған! Бөрйән районы Тимер мәктәбенең VI синыф уҡыусыһы Нәркәс Байғазина ла яңы йылдан һуң «Йәншишмә» уҡый башлаясаҡ!

Яҡташын ҡыуандырып, бына ниндәй шәп бүләк эшләгән Илдус Фәнил улы. Һай, афарин! Үҙебеҙҙең йәш хәбәрсе бит ул! Ҡылған изгелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә артып әйләнеп ҡайтһын!

Изгелек акцияһына, дуҫтар, һеҙ ҙә ҡушыла алаһығыҙ.Әйҙәгеҙ, Яңы йыл байрамына балаларға «Йәншишмә» бүләк итәйек!

 

Үҙебеҙҙең йәш хәбәрсе бит ул!
Үҙебеҙҙең йәш хәбәрсе бит ул!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: