Уны беҙгә хаҡлы ялдағы уҡытыусы Әминә Ниғмәтйән ҡыҙы Юнысова еткерҙе. Ул үҙе “Йәншишмә”не күптән алдыра. Бына әле Хәйбулла районы Әбеш ауылынан туғаны Ынйы Илембәтоваға һәм Атингән ауылынан ейәне Айҙар Юнысовҡа гәзитебеҙҙе яҙҙырып, бүләк иткән.
– Мин тағы ла Сорғот ҡалаһында йәшәгән ейәнем Арыҫланға “Йәншишмә”нең электрон вариантын яҙҙырҙым. Уның да башҡорт телендәге балалар гәзитен уҡып үҫеүен теләйем, – ти Әминә Ниғмәтйән ҡыҙы.
Шундай өләсәйҙәр күберәк булһын ине! Рәхмәт һеҙгә, Әминә Ниғмәтйән ҡыҙы!