+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҙур рәхмәт һеҙгә, Гөлшат Рим ҡыҙы!

Аллаға шөкөр, ҡыуаныслы хәбәрҙәр килеп кенә тора, баймаҡтар ҙа әүҙемләште, афариндар!

Баймаҡ районы Советы депутаты, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы уҡытыу-тәрбиәүи эше буйынса директор урынбаҫары, әле хаҡлы ялдағы 4-се лицей ветераны Гөлшат Рим ҡыҙы Байдәүләтова әле махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Шамил Нәҙербаевтың ғаиләһенә "Йәншишмә" гәзитен яҙҙырҙы.

Һалдаттың улы Динир 4-се лицейҙың V “Б”синыфында уҡыһа, ә ҡыҙы Айзилә VII “Б” синыфында белем ала. Балаларға Яңы йыл алдынан бик матур бүләк булды.

Ҙур рәхмәт һеҙгә, Гөлшат Рим ҡыҙы! Һеҙ гел туған лицей уҡыусыларына гәзит-бүләк эшләп, балаларҙы ҡыуандыраһығыҙ. Һеҙ – күптәргә өлгө! Һеҙгә һаулыҡ һәм яҡшы кәйеф теләйбеҙ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: