+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ауыл биләмәһе башлығынан – "Йәншишмә"!

Хәйбулла районы Һамар мәктәбенең V cиныф уҡыусыһы Амелия Ҡәҙербаева "Йәншишмә"ле булды. Уға кем гәзит-бүләк эшләгән, тиһегеҙме? Әлбиттә, ауыл биләмәһе башлығы Рафаэль Фәрит улы Кәримов бүләк иткән.

Әйткәндәй, үҙенең ҡыҙы Зилиәгә лә гел гәзит яҙҙырта. Шулай рухлы атай, балаларының рухлы, аҡыллы булып үҫеүен теләй инде. Афарин!

Рәхмәт, Рафаэль Фәрит улы! Гел шулай игелекле, рухлы етәксе булып ҡалығыҙ! Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ!

Ауыл биләмәһе башлығынан – "Йәншишмә"!
Ауыл биләмәһе башлығынан – "Йәншишмә"!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: