+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҙур рәхмәт һеҙгә, Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы!

Аллаға шөкөр, ҡыуаныслы хәбәрҙәр килеп кенә тора, быныһы - Ишембайҙан.Ҡалалағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы Сәфәрғолова ла “Йәншишмә”- бүләк” изгелек кәштәһе” акцияһына ҡушылды.

Ул ошо белем усағының IV “А” синыфы уҡыусыһы Ғәзинур Ҡәҙерғоловҡа гәзит яҙҙырҙы. Уҡыу алдынғыһы, тырыш, шиғырҙы оҫта һөйләүсе малайға ҙур шатлыҡ инде.

Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы, һеҙгә еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ! Гел шулай йомарт, изге күңелле булып ҡалығыҙ!

Ҙур рәхмәт һеҙгә, Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы!
Ҙур рәхмәт һеҙгә, Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: