Ул Баймаҡ районы Ғүмәр ауылындағы “Алтынай” балалар баҡсаһына гәзит-бүләк яҙҙырҙы. Кескәйҙәргә яҡташ апайҙарынан бына шундай шәп бүләк эләкте!
Ҡылған эшең – кешегә, килгән сауабы – үҙеңә, тигәндәй, Алита Даян ҡыҙы, һеҙгә сауабы меңләтә артып ҡайтһын! Ҙур рәхмәт!
Йә, тағы кемдәр ҡушылыр акциябыҙға?
Әйҙәгеҙ, хөрмәтле олатай-өләсәйҙәр, атай-әсәйҙәр, ҡәҙерле милләттәштәр һәм дуҫтар, әүҙемерәк булайыҡ, балаларға «Йәншишмә» гәзитен яҙҙырып, бүләк итәйек!