-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Розалиә Әхмәт ҡыҙынан – 2 дана гәзит-бүләк

Беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы  башҡорт гимназияһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова  2 уҡыусыға  2023 йылдың тәүге яртыһына “Йәншишмә”не яҙҙырып, гәзиттең квитанцияһын бүләк иткән. Бик хуп!

Розалиә Әхмәт ҡыҙынан – 2 дана гәзит-бүләк
Розалиә Әхмәт ҡыҙынан – 2 дана гәзит-бүләк

Яңы йыл алдынан гәзит-бүләк алыусылар – I синыф уҡыусыһы Асия Әсфәндиәрова менән V синыф уҡыусыһы Снежанна Брагина. Күрһәгеҙ икән балаларҙың нисек ҡыуанғанын!

Шундай ҡыуаныслы һәм мөғжизәле мәлдәр бүләк итеүселәр күберәк булһын  ине. Ҙур рәхмәт һеҙгә, Розалиә Әхмәт ҡыҙы! Һеҙгә һаулыҡ һәм еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Розалиә Әхмәт ҡыҙынан – 2 дана гәзит-бүләк
Розалиә Әхмәт ҡыҙынан – 2 дана гәзит-бүләк
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: