"Атайсал, йәнтөйәгебеҙ һәр кемдең күңелендә йәшәйҙер ул... Ауылдаштарҙы, күршеләрҙе, мәктәп уҡытыусыларын, һабаҡташтарҙы йылы хәтирәләр менән иҫкә алабыҙ.
Шөкөр, тыуған ауылымда һағынып ҡайтырлыҡ атай йорто бар, ейәндәр йәйге каникулын яратҡан өләсәләре янында үткәрә, ял көндәрендә лә ҡайтып, хужалыҡ эштәрендә булышып, саф һауа һулап килергә тырышабыҙ. Йәнтөйәгемдең, яҡташтарымдың көнитмеше тотош күҙ алдында...
Үткән йылда туған мәктәбемә һәм ауыл китапханаһына 14 дана башҡорт баҫмаһы яҙҙырғайным, быйыл да ошо традицияны дауам итергә булдыҡ: аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә 5 дана "Аҡбуҙат" журналы һәм 5 дана "Йәншишмә" гәзитенә подписка бүләк итәм. Рухи байлыҡ матди байлыҡтан күпкә ҡәҙерлерәк: бәләкәстәр кинәнеп башҡортса баҫмалар уҡыр.
2023 йыл Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан ителде, беҙ яҡташтарыбыҙ өсөн кәрәкле ғәмәлдәрҙе быйылдан уҡ башлайыҡ", - тип яҙҙы ул "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһендә.
Ҙур рәхмәт, Гөлфирә Риф ҡыҙы! Һеҙҙең кеүек рухлы, изге күңелле милләттәштәребеҙ булғанда, башҡорт теле лә, башҡорт матбуғаты ла йәшәр.
Фото: vk.com.