Был юлы акцияны үҙем башлап, Баймаҡ районы уҡыусыларына 3 дана гәзит яҙҙырттым. Бүләктәрҙең ике данаһы үҙем уҡып киткән Аҡморон мәктәбенең IV синыф уҡыусылары Лилиә АТАНБАЕВА менән Ирхан ТАҺИРОВҡа булһа, өсөнсөһө – өләсәйемдең тыуған ауылы Ишмырҙа мәктәбенең II синыф уҡыусыһы Зөлхизә ТЕЛӘҮСИНАға. Әйткәндәй, Зөлхизәнең атаһы әлеге көндә махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул күптән түгел тыуған яғына ялға ҡайтып киткән. Тиҙерәк донъялар тынысланып, бар ир-уҙамандар имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙһын, Алла бирһә!
Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр, ҡәҙерле милләттәштәр, әйҙәгеҙ, балаларыбыҙға икенсе ярты йыллыҡҡа "Йәншишмә" бүләк итәйек!