Был изгелек акцияһына иң беренсе булып гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, Сибайҙағы интернат-гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова-Кәримова ҡушылды. Ул 3 дана гәзит-бүләк эшләне. Береһе – Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йортона, 2 данаһын Әбйәлил районы Рауил балалар йортона яҙҙырҙы.
Ҙур рәхмәт, Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы! Рамаҙан айында эшләгән изгелегегеҙ меңләтә сауап булып ҡайтһын!
Йә, тағы ла кемдәр ҡушылыр акциябыҙға?