+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы, ҙур рәхмәт!

Гәзитебеҙҙең сайтында һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә “Йәншишмә”- бүләк” изгелек кәштәһе” акцияһы дауам итә. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына ”Йәншишмә” гә яҙылып, балаларға бүләк итергә кәрәк.

Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы, ҙур рәхмәт!
Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы, ҙур рәхмәт!

Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы Һатлыҡова акцияға ҡушыла. Ул үҙенең IV синыф уҡыусылары Илзирә Абдрахманова менән Әмир Мөхәмәтовкә гәзит-бүләк эшләне. Әмир Усман ауылынан, интернатта йәшәп уҡый.  Икеһе лә күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә.

Әмир көрәш, самбо түңәрәктәренә йөрөй, бик моңло йырлай. Илзирә музыка мәктәбендә скрипка синыфында уҡый.  Шулай уҡ акробатика менән бәләкәйҙән шөғөлләнә икән.


Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы, һеҙгә ҙур рәхмәт! Изге Ураҙа ваҡытында ҙур изгелек эшләнегеҙ. Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм уңыштар теләйбеҙ!

Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы, ҙур рәхмәт!
Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы, ҙур рәхмәт!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: