Еңеүселәрҙе редакцияның Почёт грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләк көтә.
Әйткәндәй, был акцияға иң тәүге булып Баймаҡ районының Байым ауылынан почта хеҙмәткәре Мәүлиҙә Ғәлина ҡушылды ла инде. Ул үҙ биләмәһендә 15 кешене “Йәншишмә” гәзитенә яҙҙырыуҙы ойошторған. Рәхмәт, Мәүлиҙә Мөҙәрис ҡыҙы! Беҙҙе ныҡ ҡыуандырҙығыҙ!
Әйҙәгеҙ, унан өлгө алайыҡ! Йә, тағы кемдәр ҡушылыр акциябыҙға?!