Бына әле “Йәншишмә”–бүләк” изгелек кәштәһе” акцияһын иғлан иттек. Уға иң беренсе булып Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Зиннәт улы Акилов ҡушылды. Һай, афарин! Ул Яңы Таймаҫ ауылындағы Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназияға “Йәншишмә” гәзитен яҙҙырҙы.
Изгелек акцияһы башланды. Йә, кемдәр дауам итер эстафетаны? Сылбырҙы өҙмәйек, балаларға бүләк эшләйек, дуҫтар!