-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусыһынан – бүләк

«Йәншишмә»  гәзитен дүртенсе синыфта уҡыған Айгизә һәм кескәй Айсулпан һылыуҙарына ла уҡыр әле ул!

Уҡытыусыһынан – бүләк
Уҡытыусыһынан – бүләк

"Быйылғы район буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһы шәмбе көнөнә тура килде. Был хаҡта интернетта ла яҙмалар булды. Минең уҡыусыларым араһында ла «Ял көнөндә бармайым!»-тип өйҙә тороп ҡалғандары  булды. Шуға күрә мин олимпиадаға барған балаларымды бүләкләргә булдым. Бер уҡыусымды - Айназды - «Йәншишмә» гәзитенә, икенсеһен - «Аманат»ҡа , өсөнсөһөн «Тамаша» журналдарына 2025 йылдың яртыһына яҙҙырып, квитанцияларын тапшырҙым. Ул баҫмаларға, әлбиттә, үҙем дә яҙылғанмын,"- ти Ейәнсура районы Ибрай ауылынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте Земфира Хәкимйән ҡыҙы Аҡбутина.

Айназ Дауытов  беренсе синыфтан "бишле" билдәләренә генә өлгәшә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тыш, тағы дүрт олимпиадала үҙ көсөн һынаны ул быйыл: математика, тарих, урыҫ теле, йәмғиәт фәненән.
Былтырғы уҡыу йылында математиканан район олимпиадаһында призёр булды. Айназ тарих фәне менән ныҡ ҡыҙыҡһына. «Йәншишмә»  гәзитен дүртенсе синыфта уҡыған Айгизә һәм кескәй Айсулпан һылыуҙарына ла уҡыр әле ул!

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас: