Яңы йылға үтенес

Күҙ астым да йомдом – йылым үтте,

Яңы йылға үтенесЯңы йылға үтенес
Яңы йылға үтенес

Йылдарымда бик аҙ айырма…
Яңы йылым! Күпте һорамайым:
Иҫке бәхетемдән айырма!

…Һау-сәләмәт булһын яҡындарым,
Эшем булһын, булһын ашым да,
Донъям артып торһон, йән киҫәгем
Балҡып торһон гелән ҡаршымда.

Элеккесә йортом ҡотло булһын,
Ишле булһын әйҙә мал-тыуар!
…Иҫке декабрҙе этеп-төртөп,
Тапап килә яңы ғинуар!

Кемгә яңы кәрәк – һораһындар!
Күңелемде бер үк аҙҙырма!
Өҫтәп бәхет бирһәң, ризамын, тик
Иҫке бәхетемдән яҙҙырма?!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Фото: З. Фанилева.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас