

Һеҙ малайҙың нисек шатланғанын күрһәгеҙ!
Шайморат Әҙеһәм Әлибаев исемендәге Йомаш мәктәбенең I синыфында уҡый. Көндәлеген тик яҡшы билдәләр генә биҙәй. Бар яҡтан үрнәкле, тәртипле, эшһөйәр, аҡыллы икән үҙе. Дәрестән ҡайтҡас та өйҙәге эштәрҙе «һә» тигәнсе бөтөрөп ҡуя.
Гәзит өйҙәренә килә башлағас, «Йәншишмә» менән дә дуҫлашып китерҙәр әле.
Рәхмәт, Әлиә Әхмәтйән ҡыҙы! Әйҙәгеҙ, унан өлгө алайыҡ, балаларыбыҙға гәзит-бүләк эшләйек.
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Фото: Зөһрә Хәкимова.