

— Мин дә Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында бала саҡтан гәзит-журнал уҡып үҫтем. Ҡәҙерле әсәйебеҙ Нәзирә Ҡотлоғужа ҡыҙы Йәнбәҡова төрлө яҡлап беҙҙе матур тәрбиәләне. Беҙҙе белемле лә, булған һәләтебеҙҙе асырға ла тырышты ул. Үҙе лә матур итеп йырлағас, мин дә уға оҡшарға тырыштым. Шулай булғас, әйҙә, йәш быуын “Йәншишмә”не уҡып, телһөйәр һәм илһөйәр һәм илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып үҫһендәр, — ти Лилиә Салауат ҡыҙы.
Ҙур рәхмәт, Лилиә Салауат ҡыҙы! Һеҙгә яңынан-яңы ижади үрҙәр һәм уңыштар теләйбеҙ. Балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп, тормош иптәшегеҙ менән иңгә-иң терәшеп, оҙон-оҙаҡ, бәхет-шатлыҡтарға ғына төрөнөп йәшәргә яҙһын.