+17 °С
Ясно
VKOKМакс

Ил төкөрһә, күл булыр

Баймаҡ районы Аҡморон мәктәбенең директоры Гөлназ Мөхәмәҙи ҡыҙы Азаматова «Йәншишмә»-бүләк – изгелек кәштәһе» акцияһына ҡушылып, 2 уҡыусы балаға гәзит-бүләк яҙҙырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ил төкөрһә, күл булырИл төкөрһә, күл булыр
Ил төкөрһә, күл булыр

Яңы йыл башланғас, V cиныф уҡыусыһы  Ралина Вәлиева менән VII синыф уҡыусыһы  Ильвина Сәйетҡолова «Йәншишмә» гәзитен ҡыуана-ҡыуана уҡырҙар. Мәктәп директоры ла  балалар гәзит уҡып үҫһен, тип ярҙам  итергә генә тора. Әйткәндәй, Гөлназ Мөхәмәҙи ҡыҙын  яңы вазифала эш башлауы менән

ихлас ҡотлайбыҙ.  Тынғыһыҙ эшегеҙҙә тик уңыштар, янығыҙҙа һәр ваҡыт тыңлаусан, аҡыллы, тәртипле уҡыусыларығыҙҙың ҡыуандырып ҡына тороуын теләйбеҙ.

Гөлназ Мөхәмәҙи ҡыҙы, һеҙгә ҙур рәхмәт, изгелелегеҙ үҙегеҙгә меңләтә артып ҡайтһын!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас