+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2022, 06:00

Герой иҫтәлегенә парта

Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында махсус хәрби операция барышында һәләк булған Айҙар Мостафин иҫтәлегенә парта ҡуйғандар.

Айҙар Мостафин башҡорт гимназияһында IX синыфты тамамлағас, кадет синыфында уҡырға теләп, 20-се мәктәпкә күсә. Һәләтле уҡыусы авиамоделдәр төҙөй,еңел һәм ауыр атлетика менән шөғөлләнә. Мәктәпте тамамлағас, танк училищеһында уҡып, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Һуңғы йылдарҙа Псков ҡалаһында танк бригадаһы взводы командиры булып хеҙмәт итә.  

32 йәшендә 2022 йылдың 12 авгусында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.  

Фотолар асыҡ сығанаҡтан алынды.

Герой иҫтәлегенә парта
Герой иҫтәлегенә парта
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас