+23 °С
Облачно
VKOKTelegram
Яңылыҡтар
25 Октября 2022, 11:05

Ҡыш бабай юлға сыҡҡан!

Баш ҡалабыҙға 7 декабрҙә Бөйөк Устюгтан Ҡыш бабай поезы киләсәк! Бар теләүселәр уның менән тимер юл вокзалында осраша аласаҡ. 

 

Күсмә резиденцияға Яңы йылдың төп тылсымсыһының ҡабул итеү бүлмәһе, уйын, квест үткәреү өсөн вагондар ингән.

Ҡыш бабай командаһы Бөйөк Устюгтан Владивостокка тиклем барып,шунан кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Улар әле юлға сыҡҡан. Беренсе туҡталыш Иркутск өлкәһенең Тайшет ҡалаһында 29 октябрҙә буласаҡ. Маршрутҡа йөҙҙән ашыу ҡала-ҡасаба ингән. 1 декабрҙә состав Екатеринбургҡа килеп етәсәк, алты көндән ул Өфөлә  буласаҡ. Яңы йылды Ҡыш бабай һәм уның командаһы Бөйөк Новгородта ҡаршылаясаҡ. Поезд Бөйөк Устюгҡа 15 ғинуарҙа ҡайтасаҡ.

Әйткәндәй, Ҡыш бабай поезы проектын Вологда өлкәһе менән «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте булдырған.

Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас