+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2022, 11:42

Иҫәнғол мәктәбендә яңы спорт залы төҙөләсәк

Кисә республика Башлығы Радий Хәбировҡа тура бәйләнештә һорау биреүселәр араһында уҡыусылар ҙа булды.

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Вилена Ҡунафина үҙҙәренең 350 урынға иҫәпләнгән белем усағында 700-ҙән ашыу уҡыусы уҡыуы, физкультура дәрестәрендә спорт залында - икешәр синыф бер юлы, ә беренселәр иһә хатта коридорҙа шөғөлләнергә мәжбүр булыуы тураһында һөйләне. 

Был мәсьәлә буйынса мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин аңлатма бирҙе. "Белем усағында яңы спорт залы төҙөү талап ителә. Ауыл биләмәләрен үҫтереү программаһы сиктәрендә финансланасаҡ. 76 миллион тирәһе аҡса кәрәк буласаҡ. Ауыл мәктәбен иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ", - тине ул.

Фото: yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: