+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2022, 08:47

Өлөшләтә мобилизация тамам, көҙгө саҡырылыш башлана

27 октябрҙә үткән Тура бәйләнештә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала өлөшләтә мобилизация тамамланыуы тураһында белдерҙе.

Өс балалы 200-ләп кеше кире ҡайтарылған. Улар урынына хеҙмәткә яраҡлы икенселәр ебәрелгән.

1 ноябрҙә, ғәҙәттәгенән бер айға һуңыраҡ, көҙгө саҡырылыш башлана. Илдең оборона министры Сергей Шойгу әйтеүенсә. быйыл 120 мең егет әрме сафына саҡырыласаҡ. Был былтырғы менән сағыштырғанда, 7,5 меңгә әҙерәк.

Һалдаттар хәрби операция барған урынға ебәрелмәйәсәк, тиҙәр.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: