+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2022, 12:30

Бушлай ашатасаҡтар

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын ҡайнар аш менән тәьмин итеү тураһында хөкүмәт ҡарарына ҡул ҡуйылды. Документ ундайҙарға көнөнә бер тапҡыр бушлай ҡайнар аш биреү тәртибен күҙ уңында тота.

Улар иҫәбендә:

— дөйөм белем биреү мәктәптәренең V - XI синыф уҡыусылары,

— урта һөнәри белем биреү учреждениеларында көндөҙгө бүлектә уҡып йөрөгән студенттар.

Әлеге ярҙамды алыу өсөн ата-әсәгә (законлы вәкилгә) бушлай ашатыуҙы һорап ғариза яҙырға, шулай уҡ военкоматтан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы тигән статусын раҫлаған белешмә алырға кәрәк.

 

Сығанаҡ: bashinform.ru

Фото: shature.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: