+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2022, 14:25

Етәксе булмаҫ, тимә!

Туймазылағы 7-се мәктәптең IX синыф уҡыусыһы Реналь Хәбиров "Ҙур тәнәфес" Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп, 200 мең һум аҡса менән бүләкләнгәйне. Шуның яртыһына хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға йылы ойоҡбаштар алып ебәрергә ҡарар иткән.

Реналде был уйынан кире ҡайтарырға ла тырышҡандар, әлбиттә, әммә егет үҙ һүҙендә тора. Изге күңелле, һәләтле, илһөйәр уҡыусы менән һоҡланмау мөмкин түгел. Реналь һәм уның ағаһы - Эмиль Башҡортостан Башлығы стипендиаттары ла.

Реналь 10 йәшенән ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Идеяларға бай, тәбиғәтте яратҡан малай 12 йәшендә үк һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ҡалала уҡыу үҙәге асыуы менән танылғайны. Унан һуң да бер нисә проектын, экологик акцияһын тормошҡа ашырған. 

Кикбоксинг менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Күп фәнни-ғәмәли конференцияларҙа еңеүсе булған. 

Реналь Хәбиров яҙ көнө Башҡорттарҙың бәләкәй ҡоролтайын булдырыу тураһындағы проектын да тәҡдим иткәйне. Унда сит илдәрҙә йәшәгән йәш милләттәштәрҙе лә саҡырмаҡсы. Уҡыусы ғына булыуына ҡарамаҫтан, "Атайсал - Яҡташлыҡ көсө" форумында сығыш яһаған. Уның тураһында бик күп яҙырға мөмкин. Киләсәктә етәксе булмаҫ, тимә! Изге теләктәреңдең тормошҡа ашыуын теләйек Реналгә.

Фото: vk.com.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: